

Уңыш Зөлфинә Ҡәнифоваға йылмайҙы (https://vk.com/id105655310). Еңеүсене ҡотлайбыҙ! Уға "Йәшлек" гәзитене ВК төркөмөнә яҙып, бүләкте нисек алырға һөйләшергә кәрәк буласаҡ.
Белешмә:
Был китапта күренекле яҙыусы, хажиә Лира Әхмәт-Яҡшыбаева Мәккә ҡалаһының Әл-Хәрәм мәсетендә үҙенең хаж ғәмәлдәрен башҡарыуы тураһында яҡты хәтирәләре һәм тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Шулай уҡ бында уның иман, әҙәп, әхләҡ тураһындағы мәҡәләләре, фәһемле хикәйәләре, хикмәтле хикәйәттәре тупланған. Йыйынтыҡ Ислам дине менән ҡыҙыҡһыныусыларға, хаж ҡылырға йыйыныусыларға айырыуса файҙалы буласаҡ.