Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2023, 06:45

Енәйәтселәр тотолған

Өфөнөң Маршал Жуков урамындағы электроника магазинынан биш миллион һумға яҡын аҡсаны һәм ете кеҫә телефонын урлаған ирҙәрҙе эҙләп тапҡандар. 

Енәйәтселәр тотолғанЕнәйәтселәр тотолған
Енәйәтселәр тотолған

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә һәм Ҡазанда дүрт ирҙе тотҡан. Уларҙың икәүһе енәйәтте башҡарыусы булһа, өсөнсөһө - водитель ролен башҡарған. Тағы берәү - магазиндың элекке хеҙмәткәре. Ҡулға алынған ирҙәрҙең әйтеүенсә, урланған аҡсаны үҙ-ара бүлешкәндән һуң, күп өлөшөн тотоноп та бөткәндәр. Магазиндың хеҙмәткәрҙәренә улар боросло баллонсыҡтан һиптереп, пистолет менән янаған. Асыҡланыуынса, пистолет уйынсыҡ булған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас