Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июня 2023, 10:00

Бына ҡайҙа ул әкиәтсе!

Өфөнән бер ир, мине яуыз бәндәләр урланылар ҙа, өс көн буйына сығармай, бәйләп тоттолар, тип полицияға ғариза яҙған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тырышып-тырышып кеше урлаусыларҙы эҙләгән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бына ҡайҙа ул әкиәтсе!Бына ҡайҙа ул әкиәтсе!
Бына ҡайҙа ул әкиәтсе!

Аҙаҡ дөрөҫлөк асыҡланған. Ысынында иһә, был ир өс көн буйына таныштарында эсеп ятҡан да, эштән ҡыуылмаҫ өсөн әкиәт уйлап сығарған икән. 

Уйҙырмаһы өсөн суд уны шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм иткән.

Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова