Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июня 2023, 07:03

Бергәләп янғынға ҡаршы!

Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов видеоконференцбәйләнеш режимында муниципалитеттарҙың янғындарҙы иҫкәртеү буйынса штаб етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бергәләп янғынға ҡаршы!Бергәләп янғынға ҡаршы!
Бергәләп янғынға ҡаршы!

Йыл башынан янғындарҙа 154 кеше һәләк булған.

Үлемесле янғындарҙың төп сәбәптәре: тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тарафынан янғындарҙы иҫкәртеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнгән, мобиль профессиональ төркөмдәрҙең бурыстары аныҡланған, мәғлүмәти иҫкәртеү механизмдары тикшерелгән.

Фажиғәле янғындарға юл ҡуймау өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ:

- төҙөк электр приборҙарын ғына файҙаланығыҙ;

- бөтә электр приборҙарын бер розеткаға тыҡмағыҙ;

- газ плиталары конфоркаһын яндырып, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- аҙыҡ әҙерләгәндә ут менән һаҡ булығыҙ;

- балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова