Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2023, 19:26

Бәлә аяҡ аҫтында

Кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Әбйәлил районында, Йәнекәй менән Аһылай ауылдары араһында, юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы тураһында хәбәр килгән: "Шевроле Нива" машинаһы юлдан осоп төшөп, түңкәрелгән. 

Бәлә аяҡ аҫтындаБәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында

Ваҡиға урынына тиҙ арала Абҙаҡ янғын һүндереү часы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, ашығыс медицина ярҙамы, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре барып еткән. Машинала ике өлкән кеше һәм ике бала булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә дүртеһе лә зыян күргән, уларҙы Белорет үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар.

Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас