Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2023, 04:16

Яңы ҡорамалдың файҙаһы тейһен

Ғафури районының Красноусол үҙәк дауаханаһына милли проект буйынса эндоскопик видеокомплекс алынды.

Яңы ҡорамалдың файҙаһы тейһенЯңы ҡорамалдың файҙаһы тейһен
Яңы ҡорамалдың файҙаһы тейһен
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел звеноны модернизациялау" төбәк проектына ярашлы, медицина учреждениеларында яңы ҡорамалдар даими алына.
Красноусол дауаханаһына килтерелгән заманса видеокомплекс бик уңайлы, ҡулланылышҡа еңел, һүрәттәр ҙә асыҡ сыға. Система төрлө клиник торошҡа яраҡлаштырылған эндоскоптар менән эшләй ала. Халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа ҙур роль уйнаясаҡ.
Фото: Минздрав РБ.
 
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас