

Йырсы Вилдан Шәмсетдиновтың социаль селтәрҙәге дуҫтары унан Гөлназ Асаеваның ниндәй клиникаға һәм ни сәбәпле барыуын һораған. Йырсы, ҡатынының серен асырға ҡурҡыуын, шуға күрә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреүен аңлатҡан. Уның һүҙҙәренсә, һөйгәненең был хаҡта һөйләргә рөхсәт биреүен көтөргә кәрәк.
Шулай уҡ артист уларҙың экзотика артынан бәләкәй генә сәйәхәтенең нисек үтеүе тураһында һөйләгән. Улар ҡыҙҙары Динәгә ғәҙәти булмаған ҡоштарҙы күрһәтергә страус фермаһына барған.
Фото: Т. Аманов