Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2023, 12:01

Путин халыҡ араһына сыҡҡан

Рәсәй Президенты Дағстанда булды. Ул Дербентта бер нисә кәңәшмә үткәргәндән һуң, кисен майҙанда йыйылған халыҡ менән осрашҡан. 

Путин халыҡ араһына сыҡҡанПутин халыҡ араһына сыҡҡан
Путин халыҡ араһына сыҡҡан

Низами Гянджиев исемендәге паркта меңләгән кеше йыйылған. Президентты алҡыштар менән, шатлыҡлы геүләп ҡаршылағандар.

"Кеше араһына сығып, Владимир Владимирович үҙенә ҡағылышлы ҡайһы бер ҡағиҙәне боҙҙо", - тип белдергән уның матбуғат секретары Дмитрий Песков. Баҡһаң, ил башлығы өсөн коронавирус буйынса айырым санитар-эпидемиологик тәртип ғәмәлдә икән.

Әммә Владимир Путин үҙен көтөп торған халыҡ янына сығыуҙы бурыс тип тойған һәм эргәләренә барып, фотоға төшөп, хатта бер үҫмер ҡыҙҙы "әп" итеп, бәғзеләрҙең ҡулын ҡыҫып, халыҡты ҡыуандырып киткән. Урындағы халыҡ та Президентҡа ихтирамын һәм уны хуплауын күрһәткән.

Фото: "Известия" гәзитенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас