Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июня 2023, 16:16

Полиция хеҙмәткәре мутлыҡты иҫкәрткән

28 июндә Нефтекамала полицияның патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәре банкомат янында телефон аша кем менәндер ныҡ тулҡынланып һөйләшеп торған иргә иғтибар итә. Һөйләшеүгә ҡолаҡ һалғас, ирҙең муттар менән бәйләнештә булыуын аңлай. Полиция хеҙмәткәре граждан менән бик оҙаҡ ныҡышып һөйләшкәндән һуң ғына Энергетик ауылынан 59 йәшлек ир асылып китеп, миңә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре шылтыратып, тыйылған ойошмаға аҡса ебәреп ятыуҙа ғәйепләне, төрмә менән ҡурҡытты, аҡса талап итте, тип һөйләп бирә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Полиция хеҙмәткәре мутлыҡты иҫкәрткәнПолиция хеҙмәткәре мутлыҡты иҫкәрткән
Полиция хеҙмәткәре мутлыҡты иҫкәрткән

Бик ныҡ ҡурҡҡан ир өйөнә ҡайтып, бөтә булған аҡсаһын, 75 мең һумды, йыйып, Нефтекамаға килеп, сумманы банкомат аша күсерергә йыйынған була. Ярай ҙа, бәхетенән, уны полиция хеҙмәткәре хаталы аҙымдан аралап алып ҡала. 

Был турала  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова