Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июня 2023, 09:10

Комментарийҙар тикшерелә

Банк аша аҡса күсергәндә (йәғни перевод яһағанда) көлкөлө йәки шикле комментарийҙар яҙыуҙан тыйылығыҙ, сөнки урынһыҙ шаяртыуығыҙ арҡаһында банктағы иҫәбегеҙҙе блокка ҡуйыуҙары ихтимал. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Комментарийҙар тикшереләКомментарийҙар тикшерелә
Комментарийҙар тикшерелә

Был хаҡта "Срави" финанс мониторингы хеҙмәте етәксеһе Александр Переудин хәбәр итте. Кредит ойошмалары түләүҙәргә һәм аҡса күсереүҙәргә комментарийҙарҙы тикшерә, сөнки шикле транзакцияларҙы асыҡларға тейеш. Шуға ла эксперт комментарийҙар яҙыуға яуаплы ҡарарға, урынһыҙ шаярмаҫҡа саҡырҙы. Аҡсаны ни бары ғаилә ағзаһына күсергән хәлдә лә закон менән тыйылған йәки закон тарафынан билдәләнмәгән эшмәкәрлек төрҙәре тураһында мәрәкәләргә ярамай, мәҫәлән, "онлайн-казино", "финанс пирамидаһы", "криптовалюта" тигән һүҙҙәр мотлаҡ банктың ҡыҙыҡһыныуын уятасаҡ. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова