Бының өсөн бары тик ҡоро гәрсис, һыу, аш һеркәһе кәрәк.
Бер ҡап ҡоро гәрсисте бер биҙрә һыуҙа бутайбыҙ. Уға 9 процентлы 100 мл аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Ныҡ ҡына итеп болғатабыҙ. Әҙер массаны картуфтың һабаҡ-япраҡтарына һибергә. Былай эшләһәгеҙ, колорадо ҡуңыҙҙары юҡҡа сығыр.