Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2023, 15:59

Өфөгә "Ебәк юлы" халыҡ-ара раллиһы пилоттары килә

Уларҙы 7 июлдә Зәки Вәлиди урамында 1-се йорт ҡаршыһындағы туҡталҡала күреп була. Беренсе ҡатнашыусы киске сәғәт биштәргә килеп етергә тейеш. Һуңынан бөтә пилоттар "Өфө-Арена" биләмәһендәге төнгө туҡталҡаға барасаҡ.

Өфөгә "Ебәк юлы" халыҡ-ара раллиһы пилоттары киләӨфөгә "Ебәк юлы" халыҡ-ара раллиһы пилоттары килә
Өфөгә "Ебәк юлы" халыҡ-ара раллиһы пилоттары килә

Башҡортостан биләмәһе буйлап уҙышсылар туғыҙ этаптың өсәүһен үтәсәк: 

2-се этап (8 июль) - Әбйәлил һәм Учалы райондары;

3-сө этап (9 июль) - Учалы һәм Әбйәлил райондары;

4-се этап (10 июль) - Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары.

Быйыл "Ебәк юлы" Ҡазан-Өфө-Мәскәү маршруты буйынса үтә. Дистанция - 3-5 мең саҡрым. Раллила 20 илдән 70-тән ашыу экипаж ҡатнаша, категориялар: мотоциклдар, квадроциклдар, баггилар, джиптар һәм йөк машиналары.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас