

... 19 июндә аҡ "Ленд Крузер" водителе тәүҙә юл билдәһенә бәрелә, шунан тимер ҡойманы бәреп китә, аҙаҡ ағасҡа бәрелә. Шунан һуң юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса. Оператив-эҙләү саралары барышында автомобилде эҙләп табалар. Водитель салонда булмай. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автоны штраф туҡталҡаға ҡуя. Бер нисә көндән водитель, Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 48 йәшлек ир, килеп, руль артында мин булманым, тип ғәйебен танымағас, телеграм-чатҡа ебәрелгән видеоны уға күрһәтәләр. Шунан һуң ғына ир кеше үҙ ғәйебен таныған. Балыҡ тотоп ҡайтып килгәндә өйҙән ата-әсәй шылтыратты ла, шул арҡала юл билдәһенә, ҡоймаға, ағасҡа бәрелдем, арыған инем, тип аҡлана. Суд уны бер йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм иткән.
Ҡала инфраструктураһына килтерелгән зыян 194 мең һум тәшкил иткән. Был факт буйынса тикшереү алып барыла.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.