Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2023, 16:00

***

Бөтә ғаилә йыйылғанда Сәй табыны янына, Ҡулдан бешкән ризыҡ булһа, Йәмлерәк шул табын да. Өйҙә үҙең бешергәнгә Етмәй һис ни тәмлекәс. Хуш еҫтәр тарала өйҙә Таба ризығы бешкәс. Байрам төҫөн ала өй ҙә Ҡоймаҡ, бәлештәр бешһә. Тотонаһың унан тағы Дәртләнеп алып эшкә. Маҡтап ашар кеше булһын Мул табындар янында. Затлы, татлы ризыҡ ейеү Насип булһын тағын да. Бергәләп сәйҙәр эсәйек, Ҡыуанһын күңел тулып. Именлектә аш-һыуыбыҙ Бешһен һәр ваҡыт уңып. Магазинда һатылһа ла Тәм - томдарҙың төрлөһө, Ләкин өйҙә бешергәне — Барыбер иң тәмлеһе! Гөлсөм Зәкирова.

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас