

Радий Хәбиров республикабыҙҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә беҙ әүҙем эш алып барабыҙ.
“Беларусь менән бәйләнеш иһә бары тик иҡтисади проект ҡына түгел. Был – ҡәрҙәш халыҡ менән бик ныҡлы дуҫлыҡ”, – тине БР Башлығы һәм форумда ҡатнашыусыларға беҙгә килергә мөмкинлек тапҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров ХХ форумды Башҡортостанда үткәрергә тәҡдим итте: “Форум менән бик ҡыҙыҡһыналар, уны үҙҙәрендә үткәреү өсөн көрәш башларға әҙерҙәр. Башҡорттар – тәрбиәле халыҡ. Шуға ла әле үк һорамайым, ә ХХ форумды беҙҙең республикала үткәрергә тәҡдим итәм”, – тине ул.
Фото: пресс-служба Совета Федерации.