Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2023, 03:09

"Хәтер поезы" килде

Рәсәй һәм Белоруссия парламенттары башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған "Хәтер поезы" проекты Бөйөк Ватан һуғышына арнала. Быйыл ул икенсе тапҡыр ойошторолдо һәм унда Рәсәй, Беларусь, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстандан 200-ҙән ашыу уҡыусы йәлеп ителде.

"Хәтер поезы" килде"Хәтер поезы" килде
"Хәтер поезы" килде

Патриотик проектта ҡатнашыусылар Рәсәй һәм Белоруссияның Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урындарында була. Кисә балалар менән ике дәүләт төбәктәре форумында ҡатнашыусы РФ Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Милли Йыйылышы Советы Рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Валентина Матвиенко киләсәктә был проектҡа күберәк илдәрҙән балаларҙы саҡырыу тураһында белдерҙе. Шулай уҡ ул форум сараларын яҡшы ойоштороуҙы билдәләне.

– Башҡортостан халҡы бик ихлас һәм киң күңелле. Өфө лә һеҙгә бик оҡшар. Өфө - йәшәргә уңайлы булған заманса ҡала. Илебеҙҙең иң матур ҡалаларының береһе, - тине Федерация Советы Рәйесе.

Осрашыу һуңында барыһы ла Совет майҙанына барып, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

"Хәтер поезы" килде
"Хәтер поезы" килде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас