Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2023, 15:26

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатынға трассала тәгәрмәсте алмаштырырға ярҙам иткән

Талбазы ауылы янында, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 81-се саҡрымында, 25 йәшлек ҡыҙ идара иткән "Лада Гранта" автомобиленең тәгәрмәсе һытыла. Юлда уға бер кем дә ярҙам итергә атлығып тормай... 

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатынға трассала тәгәрмәсте алмаштырырға ярҙам иткәнДәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатынға трассала тәгәрмәсте алмаштырырға ярҙам иткән
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡатынға трассала тәгәрмәсте алмаштырырға ярҙам иткән

Бәхетенән Ауырғазы районы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре - полицияның өлкән лейтенанты Линар Хоҙайбирҙин менән полиция лейтенанты Наил Юнысов "Лада Гранта" ға юлыҡҡан. Водителдең проблемаһы хаҡында белгәс, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уға тәгәрмәсте алмаштырырға ярҙам итә. Ҡыҙ автоинспекторҙарға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәтен белдергән.

Баш автоинспектор билдәләүенсә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итеү - ЮХХДИ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас