Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2023, 15:08

Йыл башынан 152 кеше янғын ҡорбаны булған

Уҙған тәүлектә республикала 23 техноген янғын теркәлгән, уларҙың 11-е шәхси секторҙа булған.

Йыл башынан 152 кеше янғын ҡорбаны булғанЙыл башынан 152 кеше янғын ҡорбаны булған
Йыл башынан 152 кеше янғын ҡорбаны булған

Шул иҫәптән, Кушнаренко, Баҡалы, Яңауыл райондарында, Стәрлетамаҡта - йорттар, Октябрьскийҙа - хужаһыҙ бина, Бәләбәйҙә - мунса, Октябрьскийҙа - фатир, Мәләүездә автомобиль янған.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас