

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 29-нан 30-на ҡараған төндә 41 йәшлек ир менән уның 36 йәшлек ҡатыны араһында ғауға ҡуба (ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, иҫерек ир ҡатынынан һөйөү талап иткән). Теләгәнен ала алмаған йорт хужаһы өйҙә бөтә донъяны емерергә керешә, ҡатынын бысаҡ менән яралай. 12 йәшлек ҡыҙҙары ярҙам һорап күршеләренә мөрәжәғәт итә. Күршеләре "Тиҙ ярҙам"ды, полицияны саҡыра. Ир өйҙөң ишеген бикләп, ауыл Советы рәйесен һәм үҙенең дуҫын саҡырта, бер шешә араҡы алдырта. Таңға ҡарай ул тыныслана, әммә полиция хеҙмәткәрҙәренең өйгә инергә маташҡанын күреп, ҡатынына ташлана, уны үлтерергә уйлап, муйынын йәрәхәтләй. Ғәйепләнеүсене тотҡан саҡта ул тән йәрәхәттәре ала. Ир менән ҡатынды дауаханаға оҙаталар.
Ир үҙ ғәйебен таныған. Хөкөм ҡарары бөгөн законлы көсөнә инде: суд уны 4 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты.
Фото: БР Тәфтиш комитеты сайтынан.