

Быйыл ғинуарҙа Башҡортостан Башлығының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.
«Коминтерн» классик ир-егеттәр костюмдарын сығарыуға махсуслаша. Республика Башлығы магазиндың ассортименты, компания продукцияһына хаҡтар менән танышты. Беларусь вәкилдәре аралашыу барышында Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары менән технологиялары менән уртаҡлашырға әҙер булыуын белдерҙе.
«Был – хәҙерге шарттарҙа нисек тиҙ эш итергә һәм проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкин булыуҙың бер миҫалы. Бер нисә ай элек предприятиеға сәфәребеҙ барышында Башҡортостанда магазин асырға тәҡдим иткәйнек. Яҡшы проект килеп сыҡты. Һәм беҙҙең Беларусь менән үҙ-ара эш итеүебеҙҙә бындай миҫалдар күберәк булырға тейеш. Эшегеҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ», – тип предприятиеға уңыштар теләне БР Башлығы Радий Хәбиров.
Беларусь Республикаһының Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко Башҡортостан Башлығына үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү һәм магазин асыу буйынса ҡабул ителгән килешеүҙәрҙе тиҙ арала хәл итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Мин белеүемсә, был кибет Рәсәйгә тәүгеләрҙең береһе. Күп предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Алда беҙҙе ҙур эш көтә», - тине Иван Крупко.