Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2023, 13:30

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләне

Әһәмиәтле йыйында күҙалланған секция ултырыштары бер нисә майҙанда үтте. Ике дәүләт төбәктәре делегаттары "Торатау" Конгресс-холында һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында фекер алышты.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләнеРәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләне
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләне

Секциялар темалары күп яҡлы булды һәм төрлө теманы үҙ эсенә алды.

"Рәсәй һәм Белоруссияның гуманитар хеҙмәттәшлеге" секцияһында ике дәүләттең һуңғы ун йылдағы үҫешенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә ниәттәр барланды.

Фекер алышыуҙарҙа Союз дәүләтен нығытыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде.

Яңы туристик мөмкинлектәр буйынса айырым секция эшләне.

"Рәсәй һәм Беларусь хеҙмәттәшлеген нығытыуҙың бер факторы булараҡ, ирекмәндәр хәрәкәте" темаһы буйынса ултырышта социаль башланғыстарҙың яңы мөмкинлектәре тикшерелде.

Тағы бер секция "Союз дәүләте институттарын үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа заманса мәғлүмәт технологияларының роле" тип аталды.

Бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш осоронда был бигерәк тә актуаль. Әлеге секция ултырышында ҡатнашыусылар мәғлүмәт-коммуникация технологияларының әһәмиәтен билдәләне.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләне
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында туғыҙ секция эшләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас