

18 йәшлек егет "ВАЗ-2106" машинаһында оло юлға сыҡҡан саҡта "Мазда 6" автомобиленә юл бирмәй, уның менән бәрелешкән, тип фараз ителә.
Аварияла илебеҙ автомобиле водителе һәм "Мазда"ның пассажиры, 31 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәтләнеп, ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән.
"ВАЗ"дың 14 йәшлек пассажиры һәм сит ил машинаһы водителе дауаханаға оҙатылған. Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, БР буйынса Эске эштәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Фото: БР ЮХХДИ.