Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2023, 05:53

Ейәнсурала балалар лагерҙа төбәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә

"Ал елкән" лагерында 26 июндән алып 16 июлгә ҡәҙәр 68 һәләтле бала Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен байытасаҡ. Улар беҙҙең район-ҡалаларҙан һәм Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән.

Ейәнсурала балалар лагерҙа төбәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәЕйәнсурала балалар лагерҙа төбәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә
Ейәнсурала балалар лагерҙа төбәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә

 Профилле сменала район-ҡала, төбәк, ил кимәлендәге олимпиадаларҙа, ярыш-конкурстарҙа еңеүселәр ял итәсәк. Улар "Алпамыша уйындары"нда спортта көс һынашасаҡ, "Терелгән картиналар"ҙа башҡорт рәссамдары һүрәттәрен сәхнәлештерәсәк, "Исемеңдә ниҙәр бар?" тәрбиә дәресендә ҡатнашасаҡ, милли биҙәүестәр эшләргә,уҡ атырға өйрәнәсәк, "Урал батыр" эпосын төрлө телдәрҙә һөйләйәсәк, "Нисек батыр булырға?" тип әңгәмәләшәсәк,  "Ҡош юлы" фестивалендә ҡатнашасаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас