

Донъя рекорды ҡуйылған "Дуҫлыҡ хороводы"нда рус, белорус, башҡорт бейеү көйҙәре яңғыраны. Ә бейергә 4000-дән ашыу кеше ҡушылды. Улар - Башҡортостандың һәр районынан һәм туғыҙ ҡалаһынан, Рәсәй төбәктәренән, Белоруссиянан.
Был әйлән-бәйлән "Донъяла милли кейемдә түңәрәктә әйләнеүсе иң ҙур хоровод" тип табылды. Рекордты Рәсәйҙең рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко теркәне.
Бик матур тамаша булды. Милли кейем - һәр халыҡтың йөҙө. Ә инде улар бер түңәрәккә йыйылһа - күҙ ҡамашырлыҡ.
Фото: Автор фотоһы.