Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2023, 04:02

Дәүләт ярҙамы менән хужалығын ҙурайтҡан

Йылайыр районынан фермер Марат Абдулов ике тапҡыр грант отҡан. Ул йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, ҡымыҙ яһай.

Дәүләт ярҙамы менән хужалығын ҙурайтҡанДәүләт ярҙамы менән хужалығын ҙурайтҡан
Дәүләт ярҙамы менән хужалығын ҙурайтҡан
Фермерҙың ҡымыҙ фермаһы республиканан ситтә лә таныулы - уның был шифалы эсемлеген Татарстандан, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Санкт-Петербургтан да килеп алалар. 
Фермала көнөнә 200 - 250 литр ҡымыҙ етештерелә. Алырға теләүселәр арта, ти Марат ағай. Уның хужалығы грант конкурсында ике тапҡыр ҡатнашҡан, 2016 һәм 2021 йылдарҙа. Дөйөм дәүләт ярҙамы 12 млн һумдан ашҡан.
Белеүегеҙсә, республикала ғаилә фермаларын үҫтереүгә грант бирелә. Ул ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас