Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июня 2023, 05:45

Белорустар ауыл хужалығы техникаһын килтерәсәк

Беларусь холдингы Башҡортостан аграрийҙарына кәметелгән хаҡ буйынса йөҙләп комбайн килтерәсәк.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорустар ауыл хужалығы техникаһын килтерәсәкБелорустар ауыл хужалығы техникаһын килтерәсәк
Белорустар ауыл хужалығы техникаһын килтерәсәк

 

27 июндә Өфөлә Башҡортостан аграрийҙарын миҙгелле баҫыу эштәре комплексын үткәреү өсөн кәрәкле ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һәм Белоруссияның «Гомсельмаш» холдингы генераль директоры Александр Новиков ҡул ҡуйҙы. Сара 27 июндә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында уҙҙы. Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән беҙҙә «Агросила» сауҙа йортоноң сервис үҙәге - «Гомсельмаш» холдингының рәсми дилеры асылды.

 – Башҡортостан агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыуҙы әүҙем дауам итергә ниәтләйбеҙ. Беҙгә сифатлы иген йыйыу һәм мал аҙығы йыйыу комбайндары, заманса малсылыҡ ҡорамалдары кәрәк. Беларусь Республикаһын был мәсьәләлә төп стратегик партнер, тип иҫәпләйбеҙ, - тине Илшат Фазрахманов.

  Килешеү 2023 һәм 2024 йылдарҙа Башҡортостан аграрийҙарына йыл һайын «Гомсельмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Брянсксельмаш» акционерҙар йәмғиәте етештергән  100 берәмек тулы комплектлы иген йыйыу һәм мал аҙығы йыйыу комбайндарын поставкалауҙы гарантиялай. Документ төбәк ауыл хужалығы етештереүселәренә өҫтәмә 10 процент күләмендә ташлама эшләүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, Гомсельмаш иген урыу комбайндарын, үҙйөрөшлө сапҡыстарҙы һәм үҙйөрөшлө мал аҙығы урыусы агрегаттарҙы ремонтлағанда файҙаланылған узелдарға, агрегаттарға, запас частарға 5 процент ташлама яһаясаҡ. Белоруссия партнеры Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә етештерелгән үҙйөрөшлө урып-йыйыу техникаһын практик яҡтан өйрәнеү өсөн уҡыу лабораторияһын йыһазландырыуҙа ярҙам итәсәк.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина