Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июня 2023, 14:57

Туристарҙың хәүефһеҙлеге айырым контролдә

23 июндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советта эш кәңәшмәһе үтте, унда БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов ҡатнашты.

Туристарҙың хәүефһеҙлеге айырым контролдәТуристарҙың хәүефһеҙлеге айырым контролдә
Туристарҙың хәүефһеҙлеге айырым контролдә

Ҡатнашыусылар махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә барыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм ҡотҡарыу эштәрен башҡарғанда үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Йылдан-йыл республика биләмәһендә туризмдың экстремаль төрҙәре күберәк күрһәтелә, тәбиғәт парктарына, мәмерйәләргә, тәбиғәт һәйкәлдәренә туристар ағымы арта. Йыл һайын республика биләмәһендә ҡотҡарыу хеҙмәттәре әүҙем туризм һәм экстремаль ял итеү менән бәйле яҡынса 400 эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы үткәрә. Фажиғәләрҙең төп өлөшө, 92 %, теркәлмәгән туристик төркөмдәргә тура килә. Әйтәйек, ағымдағы йылда май-июнь айҙарында экстремаль туристар менән һигеҙ ғәҙәттән тыш хәл теркәлде, зыян күргәндәрҙең барыһына ла ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы күрһәтелгән.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас