

Адыгея парламенты етәксеһе Өфөгә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында ҡатнашырға килде.
Осрашыуҙа һүҙ ике республиканың парламенттары араһында бәйләнеш, туризм, сауҙа хеҙмәттәшлеге тураһында барҙы. Әйткәндәй, быйыл февралдә Адыгея менән Башҡортостан вәкилдәре хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Радий Хәбиров белдереүенсә, берлектә эшләү ике яҡ өсөн дә файҙалы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.