

«Хөрмәтле яугирҙәребеҙ! Бөгөн һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырыу —беҙҙең өсөн оло мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республика һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итер. Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ».
Был награданы булдырыу башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаған ине. Генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.