

Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Учалы ҡалаһы һәм районында, Белорет ҡалаһы һәм районында, Ишембай ҡалаһы һәм районында, Дүртөйлө ҡалаһы һәм районында, Баймаҡ ҡалаһы һәм районындағы янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә.
Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, һүндерелмәгән тәмәке, төҙөк булмаған розеткалар бәләгә килтерә. Бер мәлгә лә хәүефһеҙлекте оноторға ярамай.
Фото: МЧС РБ.