Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2023, 06:52

Хаталарҙы ҡабатламағыҙ

Ҡыҫҡа статистика: 24 июндә Өфө районы "Һаулыҡ" коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә мунса һәм ике йорт янған. Бәхеткә күрә һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Сәбәбен белгестәр асыҡлай. Уҙған ял көндәрендә, 24 һәм 25 июндә, 58 техноген янғын сыҡҡан.

Хаталарҙы ҡабатламағыҙХаталарҙы ҡабатламағыҙ
Хаталарҙы ҡабатламағыҙ

Кушнаренко, Яңауыл, Благовещен райондарында, шулай уҡ Октябрьский һәм Ағиҙел ҡалаларында ике гектар майҙанда үлән янған.

Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова "Сәләм" программаһының тура эфир барышында хәбәр итте.

Тулыраҡ мәғлүмәт видеола: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә "112" телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас