***
Ғүмер буйы аҡыл өйрәттеләр, Бөтәһе лә иҫтә ҡалмаған. Кеше түгел, тормош биргән аҡыл Йөрәгемде тотош ялмаған. Мин тормоштоң туҙмаҫ сыбыртҡыһын Ғүмер буйы татып йәшәнем. Ҡайышланып ҡатып бөткәндә лә, Серҙәремде ситкә сәсмәнем. Шуғалыр ҙа тормош биргән аҡыл Биш ғүмергә миңә етерлек, Госдуманың иң түренә ҡунып, Йәшнәп-күкрәп донъя көтөрлөк... Ләкин мине унда индермәйҙәр, Ҡурҡалар шул, эйе, ҡурҡалар. Мине бары үҙем кеүек ҡыйыу, Фәҡир йәндәр генә ҡурсалар. З.Вәлит.
Добавить в предпочтительные источники Google