

Өфөнөң 21-се дауаханаһы табиптары махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугирға операция яһаған.
Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә.
Табиптар ҡатмарлы операция эшләп, ирҙең муйын тирәһендәге нервы-ҡан тамырҙары төйөнөнән снаряд ярсығын алған.
Пациент өс ай элек яраланған булған. Хәрби госпиталдә яраны эшкәртеп торғандар, әммә ҙур нервыларҙың һәм ҡан тамырҙарының зарарланыу ҡурҡынысы менән бәйле, табиптар ярсыҡтарҙың береһен алып ташларға баҙнат итмәгән. Күпмелер ваҡыттан һуң ир ҡулы ойоуына иғтибар иткән. Тәндәге тимер киҫәге нервыларҙы ҡыҫа башлаған. Пациентты 21-се дауаханаға ебәргәндәр, унда консилиум йыйылған. Булған бөтә хәүефтәрҙе баһалап, хирургтар операция яһарға ҡарар иткән. Операция ике сәғәт дауам иткән. Травматологтар рентген-контроль аҫтында нервы тирәһенән ярсыҡты сығарған.