

Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Биш һәм унан күберәк бала табыусы һәм тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар почетлы наградаға тәҡдим ителде. Улар араһында Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Мәсетле һәм башҡа райондарҙан ҡатын-ҡыҙҙар бар.
Миҙал 1998 йылда булдырылған. «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Элек был сумманың күләме 17 241 һум ине.