Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2023, 13:46

Иҫерек водителдәр һаны кәмемәй

Биш айҙа республика юлдарында иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 90 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 26 кеше һәләк булған һәм 108 кеше зыян күргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫерек водителдәр һаны кәмемәйИҫерек водителдәр һаны кәмемәй
Иҫерек водителдәр һаны кәмемәй

Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған һәр ун өсөнсө водитель алкоголь тәьҫире аҫтында булған йәки медицина тикшереүенән баш тартҡан. Бөгөнгө көнгә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 6 меңдән ашыу иҫерек водитель тотолған (уларҙың 802-һе икенсегә тотолған). Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй: + 7 (347) 279-32-92, уның буйынса эскән водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу факттары тураһында мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова