Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2023, 13:20

Фән талисманы ниндәй булыр?

Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы Талисманын һайлауға конкурс старт алды.

Фән талисманы ниндәй булыр?Фән талисманы ниндәй булыр?
Фән талисманы ниндәй булыр?

 Конкурста илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Бының өсөн 31 июлгә тиклем бәйгенең битенә  үҙеңдең  вариантыңды, Талисман тураһында  ҡыҫҡаса  мәғлүмәт ҡуйырға кәрәк.

Талисмандың Рәсәй флораһы йәки фаунаһының, тәбиғи күренешенең вәкиле булыуы мөмкин. Шулай уҡ уйлап табылған персонаж да булыуы ихтимал. Талисманда дәүләт символдарын, тауар билдәләрен, йәмәғәт мәнфәғәтенә, әхлаҡ принциптарына  ҡаршы килеүсе элементтарҙы ҡулланырға ярамай. Конкурс эшен теләһә ҡайһы техникала һәм жанрҙа эшләргә мөмкин. Быға тиклем башҡа авторҙар тарафынан булдырылған геройҙарҙы һүрәтләгән эштәр ҡатнашыуға үткәрелмәй.

Эштәрҙе һайлау бер нисә этапта үткәрелә. 1-31 августа ирекмәндәр Талисмандарҙың конкурс ҡағиҙәләренә яуап биреү-бирмәүен тикшерәсәк.  Ә эксперттар советы йомғаҡлау баһаһын бирәсәк.

 6-15 сентябрҙә һайлап алынған Талисмандар конкурс битендә онлайн тауыш биреү өсөн асыҡ буласаҡ.

 Еңеүсе Талисмандың презентацияһы “Сириус” та йәш ғалимдарҙың III конгресы сиктәрендә үткәреләсәк.  

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙа Фән һәм технологиялар ун йыллығын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Был ун йыллыҡтың  төп бурыстарының береһе – тикшеренеү өлкәһенә йәштәрҙе йәлеп итеү.

 
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас