

Хәүефле факторҙар тәьҫир итеү зонаһынан янғын һүндереүселәр ике кешене эвакуациялаған, тағы ла дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала, үҙ аллы эвакуацияланған. Утты һүндереү барышында иҫһеҙ ятҡан 1954 йылғы ҡатын табылған. "Тиҙ ярҙам" бригадаһы уның үлемен раҫлаған.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
Фото: МЧС РБ.