Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2023, 09:18

Белорет районында юғалған ике туристы эҙләп тапҡандар

Кисә Белорет районында ике 25 йәшлек ҡыҙ Ҡурташтауҙан төшкәндә аҙашҡан.

Белорет районында юғалған ике туристы эҙләп тапҡандарБелорет районында юғалған ике туристы эҙләп тапҡандар
Белорет районында юғалған ике туристы эҙләп тапҡандар

Эҙләүгә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ебәрелгән. Бәхеткә, ҡыҙҙар бәйләнешкә сығып, үҙҙәренең координаталарын хәбәр итә ала, шуға күрә сәйәхәтселәрҙе тиҙ арала тапҡандар.

Ҡотҡарыусылар ҡыҙҙарҙы ҡалаға илтеп ҡуйып, улар менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәргән.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас