Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2023, 17:55

Йәштәр байрам итте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй йәштәре көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты.

Йәштәр байрам иттеЙәштәр байрам итте
Йәштәр байрам итте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй йәштәре көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Байрам Дуҫлыҡ монументы янындағы причалда Ағиҙел йылғаһы буйында үтте. Байрам сиктәрендә республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының интерактив майҙансыҡтары, йәштәр ойошмалары майҙансыҡтары, халыҡ уйындары салондары, шулай уҡ популяр башҡарыусылар концерты ойошторолдо. Сарала Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумынан делегаттар ҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе халыҡты байрам менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын йәш быуындың әүҙем вәкилдәренә тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы байрам сараһы ҡунаҡтары менән аралашты һәм Бөтә донъя йәштәр фестивале башланғансы кире иҫәпте һанауҙы башлауҙа ҡатнашты. Был сара 2024 йылдың 29 февраленән 7 мартына тиклем Сириуста уҙа.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас