Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2023, 04:40

Осоштар географияһы киңәйә

Ҡаҙағстанға баш ҡалабыҙҙан тура рейс асыла.

Осоштар географияһы киңәйәОсоштар географияһы киңәйә
Осоштар географияһы киңәйә

“Июлдә  Өфөнән Астанаға яңынан самолеттар оса башлай. «Red Wings » авиакомпанияһының тәүге «Сухой Суперджет 100» самолеты 11 июлдә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына юллана. Ул беҙҙең аэропорттан һәр шишәмбе киске сәғәт 6-ла ҡуҙғала. Юлға 1 сәғәт 50 минут ваҡыт китә. Бынан тыш, 11 июлдән  авиакомпания Алматыға өҫтәмә рейстар ҙа аса . Хәҙер тура рейстар  аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә була.

   Өфө аэропортынан Рәсәй һәм беҙгә дуҫ булған илдәргә осоштар географияһын киңәйтеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Әле Таһран , Шанхайға рейстар булдырыу, Минскиға икенсе рейс асыу мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Беҙҙең бизнесҡа һәм туристарға был йүнәлештәр ҡыҙыҡлы”,– тип белдергән БР Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас