

“Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының һәр ваҡыт терәк төбәге булды һәм буласаҡ.
Башҡортостан Владимир Владимирович Путинға терәк төбәк булды һәм буласаҡ. Бөтә ҡарарҙар, һис шикһеҙ, Президент ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Әлбиттә, беҙ уны хуплайбыҙ.
Хәл ябай түгел. Илең дошманға ҡаршы торғанда, ниндәй генә хәлдә булғанда ла, уның арҡаһына һуғырға ярамай икәнлеген ныҡлы аңлайым.
Меңәрләгән егет хәҙер - алғы һыҙыҡта, йәнә 2,5 меңе махсус хәрби операцияға ебәрелер алдынан хәрби әҙерлек үтә. Улар барыһы ла илебеҙҙе һәм Президентыбыҙҙы яҡларға әҙер. Башҡортостанға килгәндә , беҙҙә барыһы ла яҡшы. Беҙ тыныс йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Республикала бер нисә мөһим сара уҙа. Әммә был ҡатмарлы ваҡытта беҙ Президент менән йәнәшә барырға тейешбеҙ. Уның һәр төрлө ҡарарын республика, һис һүҙһеҙ, теүәл башҡарасаҡ”, - тигән Радий Хәбиров.