Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2023, 05:22

Форумды "тура эфир"ҙа ҡарағыҙ

26-28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһында ике республика вәкилдәре төрлө өлкәләрҙә артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышыу өсөн осрашасаҡ. Өс көн буйына республиканың төп телеканалында - форумдың төп ваҡиғалары трансляциялана.  

Форумды "тура эфир"ҙа ҡарағыҙФорумды "тура эфир"ҙа ҡарағыҙ
Форумды "тура эфир"ҙа ҡарағыҙ

 

 26 июндә иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө 2-гә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика ҡунаҡтарын ҡаршылай. Тура эфирҙа - эксперттар, форумда ҡатнашыусылар менән интервью, мәҙәни ваҡиғалар анонстар, ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар, шулай уҡ Башҡортостан белорустары тураһында тапшырыуҙар. Шулай уҡ форум көндәрендә телеканалда Беларусь Республикаһы тураһында «Башҡорт каникулдары» трэвел-шоуының махсус сығарылышының премьераһы була.

   27 июндә көндөҙгө 11-ҙә Рәсәй һәм Беларусь Сауҙа-сәнәғәт палаталары ултырышының тура трансляцияһын ҡарағыҙ. Унда яҡтар ике илдең дә эшлекле даирәләре хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәрен тикшерәсәк. Ә инде сәғәт  4-тә  Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә артабан хеҙмәттәшлек итеү урындарын асыҡлау өсөн ике республика вәкилдәре йыйыла.

28 июндә 12:30 сәғәттә телеканал тамашасылары «Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре диалогының 10 йыллығы: йомғаҡтар һәм перспективалар» темаһына форумдың пленар ултырышын ҡарай ала. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының киске эфирында өс көн дауамында «Евразия йөрәге» фестивале ойошторола. Рәсәйҙең һәм Белорусь Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ коллективтары, Лариса Долина, Петр Дранга, Таисия Повалий, Дмитрий Харатьян һәм башҡаларҙың сығыштарын ҡарай алаһығыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас