Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2023, 11:00

Еләктән мармелад

Хуш еҫле мармелад эшләп алығыҙ.

Еләктән мармеладЕләктән мармелад
Еләктән мармелад

 

250 г еләк, 250 г шәкәр оно , желатин, 5 ҡалаҡ һыу кәрәк.
Желатинды һыуҙа бер сәғәт ебетергә. Еләкте блендерҙа иҙергә. Уға шәкәр оно (пудра) ҡушып, тағы болғатырға. Желатинды ҡайнау хәленә еткереп, еләк иҙмәһенә һалып бутарға. Ҡатһын өсөн һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Табынға мармеладтарҙы шәкәргә манып ҡуйығыҙ.

 

 

Фото: argumentrus.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас