Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2023, 04:00

Депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнде

Өфөлә үткән төбәк конференцияһында "Берҙәм Рәсәй" партияһының республика бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләндеДепутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнде
Депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнде

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән сарала "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Йыйында бай күргәҙмә лә эшләне. Унда партияның аныҡ эштәре сағылдырылғайны.

Конференция делегаттары тематик секцияларға бүленеп, фекер алышты, төрлө мәсьәләләрҙе ҡараны. Пленар ултырышта Радий Хәбировҡа тәҡдимдәр ҙә еткерелде. Партияның ҙур проекттары аталды.

Радий Хәбиров үҙ сығышында алда торған һайлау кампанияһына төп эш йүнәлештәрен билдәләне. Белеүегеҙсә, 10 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышыа депутаттар һайлау үтә. Ә "Берҙәм Рәсәй" майҙа алдан тауыш биреү ойошторҙо һәм унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, партияның республика исемлеге төҙөлдө. Берҙәм һайлау округы буйынса - 167, бер мандатлы һайлау округтары буйынса 55 кеше раҫланды. Улар көҙгө һайлауҙа кандидатураларын күрһәтә. Дөйөм республика исемлегендә иң алда Радий Хәбиров, фехтование буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, МХО-ла ҡатнашыусы Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев.

Партияның һайлау алды программаһы ла раҫланды.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас