

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан сара 18-35 йәштәрҙәге 500 йәш кешене берләштерҙе.
“ Барығыҙҙы ла бында, ҡунаҡсыл Башҡортостанда, ихлас сәләмләйем. Бөгөн беҙҙең менән беҙҙең туғандарыбыҙ - белорусь ҡәрҙәштәр . Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу төбәгенән ҡунаҡтар ҙа бар. Беҙ һеҙҙе лә күреүебеҙгә шатбыҙ. Яңы биләмәләрҙән, Донбасстан ҡайтҡан балаларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Башҡортостан - ике туғандаш халыҡтың үҙәге, майҙаны ул. Һеҙ бөгөн уңышлы эшләһен, бер-берегеҙ менән аралашһын,тәжрибә уртаҡлашһын өсөн беҙ барыһын да ныҡлап әҙерләнек"- тине һәм йәштәргә уңыштар теләне.
«Белорусь республика йәштәр союзы» йәмәғәт берләшмәһенең Үҙәк комитеты секретары Вероника Гудкова, Өфө Белоруссия йәштәрен үҙенең матурлығы менән таң ҡалдырҙы, тип билдәләне.
«Беҙҙең өсөн бергә йыйылыу мөһим. Беҙгә Рәсәй дуҫтарыбыҙҙың тәжрибәһен тыңлау ҡыҙыҡлы буласаҡ, илебеҙҙәге йәштәрҙең нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Форум ваҡытында Өфөлә яңы уртаҡ проекттар тәҡдим итеүебеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ туғандаш халҡыбыҙ менән һәм шулай буласаҡбыҙ ҙа, йәштәр артабан да быны дауам итергә тейеш», - тине Вероника Гудкова.
Форум программаһы дүрт йүнәлеш буйынса үтә агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, патриотик берекмәләрҙә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Саралар сиктәрендә шулай уҡ Өфө-Брест-Минск халыҡ-ара йәштәр телекүпере, Рәсәй-Ҡаҙағстан йәштәренең үҙ-ара эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының Ҡыҙыл Йондоҙ орденын Беларусь вәкилдәренә тапшырыу тантанаһы планлаштырылған.
Фото: Юлай Кәримов.