Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июня 2023, 11:21

Күренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йыл

Ул үлемһеҙ йырҙарында мәңге йәшәйәсәк.

Күренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йылКүренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йыл
Күренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йыл

Былтыр тап ошо көндә билдәле яҡташыбыҙ, 90-сы йылдарҙа үтә популяр "Ласковый май" төркөмө етәксеһе Юрий Шатунов 49 йәшендә вафат булыуы тураһында билдәле булды. Был ҡайғылы хәбәр күптәребеҙҙең күңелен тетрәндерҙе: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-23/t-ay-yly-h-b-r-etker-be-yyrsy-yuriy-shatunov-m-rh-m-bul-an-2851607?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Юрий Шатуновтың Башҡортостанда тыуып үҫкәнен беләбеҙ. Ә бына йырсының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы мәктәбендә уның тәүгә парта артына ултырыуын күптәребеҙ белмәй инек. Был хаҡта мәғлүмәттәр уның үлеменән һуң таралды. Тәүге уҡытыусыһының һәм класташтырының хәтирәләре: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-23/yuriy-shatunovty-i-n-ol-m-kt-bend-u-yuyn-bel-inege-me-2852020?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Юрий Шатунов, әйтерһең дә, алдан ни булырын - киләсәген һиҙгән... Ул вафатынан бер нисә көн алда Мәскәү өлкәһендә үткән концертта, аяғымдың аҫтына сәскә һалғанды яратмайым. Мин бит әлегә һәйкәл түгел, тип шаҡ ҡатырғыс һүҙҙәр әйтә: https://ye102.ru/articles/novosti/2022-06-24/aya-ymdy-a-tyna-s-sk-al-andy-yaratmayym-min-bit-leg-yk-l-t-gel-2852318?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Һуңыраҡ йырсыға медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелмәүе асыҡланды: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-25/yyrsy-a-meditsina-yar-am-va-ytynda-k-r-telm-g-n-2853985?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

26 июндә Мәскәүҙә Рәсәй йәмәғәтселеге Юрий Шатуновты һуңғы юлға оҙатты. Яҡындарының үтенесе буйынса, йырсының кәүҙәһе кремация үтте, көлө менән урнаны Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнеләр. https://ye102.ru/news/novosti/2022-06-26/b-hil-bul-yura-2854246?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Юрий Шатуновтың үлеменә өс ай тирәһе ваҡыт үткәс, уның дуҫы, "Ласковый май" төркөмөнә нигеҙ һалыу Сергей Кузнецов вафат булды: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-11-07/yuriy-shatunovty-du-y-sergey-kuznetsov-m-rh-m-bul-an-3019397?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Юрий Шатуновтың әсәһе менән бергә төшкән фотоһүрәте табылды: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-26/yuriy-shatunovty-s-e-men-n-berg-t-shk-n-foto-r-te-tabyldy-3191993?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Ырымбурҙа «Ласковый май» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Сергей Кузнецовҡа һәм Юрий Шатуновҡа һәйкәл ҡуйылды: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-28/laskovyy-may-t-rk-m-n-nige-alyusylar-a-yk-l-uyyla-3194368?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Йырсының тыуған ауылынан "Йәшлек"тең элекке хәбәрсеһе Рәйлә Күсемханова репортажы: https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-24/a-rauzalar-ulymay-2853234?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Күренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йыл
Күренекле йырсы Юрий Шатуновтың вафатына бер йыл
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас