

Медицина фәндәре докторы, табип-дерматолог Юлиә Ғәлләмова 45 – 50 йәштән өлкән кешеләргә ҡыҙыныуҙың зарары тураһында һөйләй.
Хроник сирлеләргә, ғөмүмән, һәр ваҡыт, һәр ерҙә һаҡлыҡ кәрәк. Кемдең тәнендә миң күп, улар ҙа ҡыҙынмаһын, ти белгес. Аҡ йөҙлө, аҡ тәнлеләргә лә ҡояш зарар ғына килтереүе ихтимал. Йәғни, ҡыҙыу нур аҫтында оҙаҡ торһалар, ҡыҙыныу түгел, ә бешәсәктәр. Был тирегә – ауыр стресс, кире һөҙөмтәһе була.
45 йәштән өлкәндәрҙең тиреһендә һаҡланыу функцияһы кәмей, шуға ла эҫелә яныу яман шеш хәүефен арттыра.
Ҡояшлы көндә күләгәлә ултырыу – иң яҡшыһы)))