

Офтальмологтар белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында был матурлыҡ сараһы модаға инеп киткәс, хәҙер күҙ инфекцияһы ауырыуҙары ла артҡан. Керпектәрҙе йәбештергәндә махсус клей ҡулланыла. Ул күҙ ҡабағын зарарлап, химик бешеү барлыҡҡа килтерә. Клейҙағы формальдегид аллергия тыуҙыра, күҙҙе әсеттәрә. блефарит ауырыуына сәбәпсе икән. Яһалма керпектәр менән кешенең үҙенең керпектәре лә ҡойола. Ә керпектәр күҙҙе туҙандан, елдән һаҡлай.
Йәбештерелгән керпектәр күҙ ҡабағын да йәрәхәтләй һәм күҙ йәше бүленеп сыға торған биҙҙең эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай . Күҙ алмаһы йәш менән сылатылмағас, йыш кибеп интектерәсәк.
Үҙеңдең тәбиғи керпегеңә бер нәмә лә етмәй инде.
Фото: