

Ер таңғы сәғәт 6 тула 20 минуттан (Мәскәү ваҡыты) тигәндә һелкенә башлаған. Сейсмик әүҙемлек Севастополдән - 59, Балаклаванан 51 саҡрым алыҫлыҡта, диңгеҙҙә 10 саҡрым тәрәнлектә булған.
Евпаторияла, Ҡырымдың көньяҡ ярында ла һелкенеү һиҙелгән. Алуштала, Алупкала, Массандрҙа ла.
"Карауат дер һелкенде...", "Рудневта хатта өй ҡалтыранған һымаҡ булды...", "Нимәлер осоп килдеме?!", "Омега" бухтаһында карауат сайҡалыуҙан уянып киттек", "Ишек саҡ аҡтарылып сыҡманы..." - ошондай һәм башҡа аптырау һүҙҙәре күп ине социаль селтәрҙә, яңылыҡтар таҫмаһында. Ярай әле, емереклектәр һәм ҡорбандар юҡ. Мәғлүмәттәр сәғәт һайын яңыра шулай ҙа.
Аллам һаҡлаһын, тәбиғәт ҡазалары булмаһын!
Белеүегеҙсә, Ҡырым - сейсмологик йәһәттән хәүефле төбәк. Иң хәтәр ер тетрәү Ялта тирәһендә 1927 йылда булған: 9 магнитудалы ҡазала ҡалала 70 процент бина емерелгән.