Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2023, 12:30

Ниндәй йәй булды был?!

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында көслө ҡырау төшкән. Һеҙҙең дә йәшелсәләрегеҙ өшөнөмө?

Ниндәй йәй булды был?!Ниндәй йәй булды был?!
Ниндәй йәй булды был?!

 

Көйөргәҙе районының Молоҡан ауылында картуфты ҡырау һуҡҡан.

Стәрлебаш районынан ебәрелгән был видеола  Айтуған ауылында йәшәүсе апай баҡсалағы бөтә йәшелсәләрҙең дә иртән сығыуға боҙланып ултырыуын күрһәтә.

  Һыуыҡ төндәр тураһында шулай уҡ Мәләүез, Көйөргәҙе, Ишембай, Миәкә, Шаран райондары халҡы ла хәбәр итә.

 

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡынса һәм ваҡыты менән ямғырлы һауа торошо һаҡлана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас